-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Февраль 2021, 20:19

Гәзитле лә, бүләкле лә!

Бына бит ниндәй сюрприз! Был юлы бәхет Мәләүез районының Ерек ауылында йәшәүсе Үҙәнбаевтар ғаиләһенә йылмайҙы.

Улар редакциябыҙ ойошторған «Йәншишмә – лото» уйынында мультиварка отто. Ошо көндәрҙә бүләк эйәләренә барып та етте.

– Улай бүләк отҡан юҡ ине әле, бик һөйөндөк. Хәҙер миңә ашарға бешереү күпкә еңеләйәсәк, – ти күп балалы Фәнүзә Әхәт ҡыҙы.

– Үҙәнбаевтарҙың оло улы Илмир эшләп йөрөй, ғинуар айында Стәрлетамаҡ районы һылыуы Руфина менән сәстәрен сәскә бәйләп, никах уҡытҡандар. Ә мин Зүлиә ҡыҙҙарының синыф етәксеһемен. Ул – IX, Ислам – VIII, бәләкәс Эльвир IV синыфта белем ала. Улар бик тырыштар, уңғандар, эштән ҡурҡып тормайҙар. «Йәншишмә»не көтөп алалар, бергәләп уҡыйҙар, кроссворд сисәләр. Артабан да гәзиттең тоғро дуҫтары булып ҡалыр­ҙар, тигән өмөттәбеҙ, – тип белдерҙе Зүлиә менән Эльвирҙың Нөгөш мәктәбендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Миңлехәйҙәр ҡыҙы Ғәббәсова.

Бына шулай гәзитле лә, бүләкле лә булды инде Үҙәнбаевтар.

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.
Читайте нас: