+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Апрель 2021, 14:55

Арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡал!

Дуҫтар, республикабыҙҙа гәзит-журналдарға 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу бара.

Ә 5-нән 15 апрелгә тиклем rbsmi.ru сайтында һәм барлыҡ почта бүлексәләрендә район, ҡала һәм республика баҫмаларына ташлама менән яҙылырға мөмкин. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто өйҙән сыҡмайынса ғына подписка эшләргә лә тәҡдим итә, rbsmi.ru сайтында онлайн-яҙылыу сервисы менән файҙаланырға була. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының “Подписка” бүлегендә баҫманың баҫма йәки электрон төрөн һайлап алып яҙылығыҙ.
Әлеге көндә нәшриәт йорто республикала 145 гәзит-журналды берләштерә. Декада осоронда яҙылыу отошло, сөнки барыһы өсөн дә түбәнәйтелгән хаҡтар ғәмәлдә. Өҫтәүенә, яҙылыу квитанциялары редакция конкурстарында ла ҡатнаша.
“Яҙыл да бүләк от” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыр өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының “Республика баҫмалары” бүлегенән үҙең теләгән ике баҫмаға яҙылырға ғына кәрәк. Ә бүләктәр – шәп: ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед, телевизор. 27 июлдә БСТ каналында яҙылыусылар араһында приздар уйнатыласаҡ.
Уйында ҡатнашыу өсөн 15 июлгә тиклем 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы, 13 “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, 212-се бүлмә, “Яҙыл да бүләк от” тигән тамға менә йә [email protected] электрон адресына квитанцияларҙың күсермәһен ебәрергә кәрәк.
Республика, район һәм ҡала гәзиттәре лә үҙ конкурстарын үткәрә. Тулыраҡ мәғлүмәтте редакцияларҙан белергә була. Тағы ла шуныһы мөһим – уйында ҡатнашыусылар гәзит-журналдарға 6 айға яҙылған булырға тейеш.
Читайте нас: