+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Июнь 2021, 14:50

Гөрләп үтте байрам

Матбуғат йорто алдында бөгөн байрам. Республикабыҙҙа сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылырға, тип әллә күпме гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ, ҡунаҡтар килгән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, "Республика Башҡортостан" нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, республиканың Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов килгән ҡунаҡтарҙы ҡотланы. Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы булды, бәләкәс кенә балалар ҙа килгәйне байрамыбыҙға, матур милли күлдәктәрҙә килгән ҡыҙҙар уға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе.
Читайте нас: