+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Март 2022, 15:45

Вәт, исмаһам, шәп бүләк!!

Күренекле ғалим-офтальмолог, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Талғат улы Аҙнабаев Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбе уҡыусыларына шәп бүләк яһаған! Республикабыҙҙа донъя күргән әллә күпме ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙыртҡан!

Вәт, исмаһам, шәп бүләк!!
Вәт, исмаһам, шәп бүләк!!

Хәҙер был мәктәп уҡыусылары,уҡытыусылары рәхәтләнеп "Йәншишмә","Йәшлек", "Башҡортостан" гәзиттәрен, "Аманат", "Аҡбуҙат", "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналдарын уҡып кинәнәсәк. 

Күптәргә өлгө күрһәттегеҙ, ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын! Ҙур рәхмәт һеҙгә, Марат Талғат улы! 

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: