+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Июнь 2022, 12:35

Гәзит-журналдар дуҫтарын йыйҙы

14 июнь – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Шул айҡанлы Матбуғат йорто алдында матур байрам уҙҙы. Ул Шәһит Хоҙайбир­ҙин һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.

Гәзит-журналдар дуҫтарын йыйҙы
Гәзит-журналдар дуҫтарын йыйҙы

 Артабан бер төркөм журналистар Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарының, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, «Баш­ҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ был көндө Журналистар союзы тарафынан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды.
Байрам барышында һәр кем яратҡан баҫмаларына арзан хаҡҡа яҙылып, ошонда уҡ ойошторолған отош уйынында ҡатнашты. Ә бүләктәр шәп ине: тау велосипеды, мультибешергес, сымһыҙ ҡолаҡсындар... Әйткәндәй, беҙҙең «Йәншишмә» гәзитен Иглин районы Аҡбирҙе ауылында йәшәүсе туғаны, VI синыф уҡыусыһы Мансур Ильясовҡа яҙҙырған тоғро дуҫыбыҙ, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының китапханасыһы Разия Сибәғәт ҡыҙы Ғәйнуллина телефон өсөн махсус аккумулятор отто. Бына бит нисек! Мансур гәзитле лә, бүләкле лә булды! Ә билдәле яҙыусы, тәржемәсе, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова апай Белорет ҡала­һындағы интернат-лицей­ға – 2, Йөйәк мәктәбенә 5 дана «Йәншишмә» яҙҙыртты. Рәхмәт, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы!
Байрамды «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Ауаз» фольклор, «Тамыр» балалар ансамблдәре, Лилиә Ишемйәрова, Миңлеғәфүр һәм Заһир Зәйнетдинов­тар кеүек сәхнә оҫталарының сағыу сығыштары би­ҙәне.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: