+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Июнь 2022, 10:50

Наҙгөл менән Илсур бүләк оторға хыяллана

Наҙгөл һәм Илсур Зәйтүновтар ҙа "Йәншишмә"гә яҙылған! Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәй улар. 

Наҙгөл менән Илсур бүләк оторға хыяллана
Наҙгөл менән Илсур бүләк оторға хыяллана

Наҙгөл - III, Илсур I синыфты уңышлы тамамлаған. Әлеге мәлдә рәхәтләнеп ял итәләр, саф һауала күңелдәре булғансы уйнап кинәнәләр, йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итешәләр.

Апалы-ҡустылы Зәйтүновтар "Яҙыл да бүләк от" уйынында ҡатнашып, велосипед отоу хаҡында хыяллана. 

-Башҡа бүләктәр эләкһә лә, шәп булыр ине, - ти улар.

Белеп булмай, бәлки, ысынлап та, бәхет уларға йылмайыр. Ихлас теләгән хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр бит.

Уйында һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ, дуҫтар! Бының өсөн бары тик киләһе ярты йыллыҡҡа "Йәншишмә"гә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙгә ебәрергә генә кәрәк. Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: