+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Июль 2022, 16:50

Алдан яҙылып ҡуяйыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һөйөнсө! Июль башынан гәзит-журналдарға 2023 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыу иғлан ителде. Был акция 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Шуныһы шәп: «Йәншишмә»гә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалырға була.

Алдан яҙылып ҡуяйыҡ!
Алдан яҙылып ҡуяйыҡ!

 Юғиһә, сентябрҙән яҙылыу хаҡтарының артып китеүе ихтимал. Әйҙәгеҙ, каникул ваҡыты, йәйге мәшәҡәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан гәзитебеҙгә алдан яҙылып ҡуяйыҡ.
Ә кемдәр 2022 йылдың икенсе яртыһына яҙылмай ҡалған, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 июлгә тиклем өлгөр­һәгеҙ, гәзит өйөгөҙгә августан килә башлар.
Хәҙер бит «Йәншишмә»гә еңел генә яҙылырға була. Бы­ның өсөн смартфонығыҙ йә планшетығыҙ ярҙамында ошо QR-кодты сканерлағыҙ.
Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: 5 айға – ни бары 285 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзиттең ҡағыҙҙа баҫыл­ғанын һайларға мөмкин.
«Йәншишмә»гә 1 айға яҙылыу хаҡы – 93 һум 91 тин,
3 айға – 281 һум 73 тин,
ярты йылға – 563 һум 46 тин.
Индексыбыҙ – П2765.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: