+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Сентябрь 2022, 09:35

Яңы уҡыу йылын — "Йәншишмә" менән!

Һөйөнсө! 1 сентябрҙән 2023 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа башланды. Әйҙәгеҙ, быйылғы уҡыу йылын да «Йәншишмә» менән бергә үткәрәйек!

Яңы уҡыу йылын  —  "Йәншишмә" менән!
Яңы уҡыу йылын — "Йәншишмә" менән!

Шуныһы шәп: беҙҙең гәзиткә бер йылға ла яҙылырға була. Улай отошлораҡ! Арзаныраҡ та килеп сыға! Бер яҙылаһың да йыл буйына мәшәҡәтләнмәйһең.
«Йәншишмә»гә хәҙер өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн смартфонығыҙ йә планшетығыҙ ярҙамында ошо QR-кодты сканерлағыҙ.
Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 342 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫылғанына яҙылыу­ҙы ла һайларға мөмкин.
Шуныһын да алдан иҫкәртәбеҙ: «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә мотлаҡ алты айға йәки бер йылға яҙылыу кәрәк. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның [email protected] электрон почтаһына ебәреү етә.
«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 102 һум 20 тин, ярты йылға – 613 һум 20 тин. Индексы – П2765. Бер йылға – 1 мең 123 һум 98 тин. Индексы – П3371.
Ә кемдәр 2022 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 сентябргә тиклем өлгөрһәгеҙ, «Йәншишмә» өйөгөҙгә октябр­ҙән килә башлар.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: