+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Июнь 2023, 13:56

Иртәгә – Матбуғат көнө байрамы

Шул уңайҙан бөгөн иртәнге «Сәләм» тапшырыуында «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов һәм «Аманат» журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин ҡунаҡта булды.

Иртәгә – Матбуғат көнө байрамы
Иртәгә – Матбуғат көнө байрамы

Улар иртәгә билдәләнәсәк Бөтә Рәсәй матбуғат байрамына әҙерлек хаҡында һөйләне. Матбуғатҡа яҙылыу байрамы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле алдына сәскә һалыуҙан башлана. Иртәнге сәғәт 11-ҙән байрамдың төп өлөшөндә республика баҫмаларының күргәҙмәләре эшләй башлаясаҡ, билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәренең сығыштары буласаҡ. Һәм, әлбиттә, байрамдың иң ҡыҙыҡлы, үҙенә йәлеп итеп торған сағы – ул матбуғатҡа яҙылып, бүләктәр отоу. Барығыҙҙы ла иртәгә Матбуғат йорто алдында көтөп ҡалабыҙ!

 

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: