+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Июнь 2023, 13:05

Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөнә рәхим итегеҙ!

14 июнь Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан бар гәзит-журналдарҙы берләштергән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үткәрә.

Сара Матбуған йорто алдында көндөҙгө 11-ҙә башлана. Баҫмаларға ташламалы хаҡҡа яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр отошонда ҡатнаша алаһығыҙ. Матбуғатҡа яҙылыусыларға шулай уҡ гәзит-журналдарҙың логотиптары төшөрөлгән ручкалар, бокалдар тапшырыласаҡ.

Программала билдәле артистар, эстрада йондоҙҙары сығыштары ҡаралған.

Байрамыбыҙға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: