Икенсе тур “Бәйләнештә” селтәрендә дуҫтарҙың тауыштары ярҙамында билдәләнергә тейеш ине. Әлегә тиклем ижади бәйгеләрҙә ҡатнашҡаным булды, еңеүҙәрем дә күп, әммә был ысын мәғәнәһендә көсөргәнешле ярыш булды. Мин икенсе урынды яуланым, тауыш биргән һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм.
Ә инде баш ҡалаға барыуым – үҙе айырым бер ваҡиға. Бик йылы ҡаршы алдылар. Иң тәүҙә “Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән таныштым. Гәүһәр, Фәрзәнә, Фәнүзә, Зөмәйрә, Гөлдәр, Гөлйемеш, Әлфинә апайҙар, Урал һәм Вадим ағайҙар бик ихластар, төрлө кәңәш бирәләр, үҙҙәре мәрәкәләп һөйләшәләр. Ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар.
Һуңынан Телеүҙәк эше менән танышыу, фотоға төшөү мөмкинлеге булдырылды. Телевизорҙа күргән ҙур матур студияла булыу, ундағы операторҙар, яҡтыртыусылар, декораторҙар, режиссёрҙар, редакторҙар эшен күҙәтеү, микрофонлы өҫтәл артында үҙемде диктор итеп хис итеү миндә тиҙерәк юғары белем алып ошонда эшләһәм ине тигән уйҙар уятты. Экскурсия барышында хеҙмәткәрҙәрҙең эше ҡатмарлы, яуаплы, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс икәнен аңланым.
“Ашҡаҙар” радиоһын тыуған көнө менән дә ҡотлап үтәйем. Унда эшләгән апай-ағайҙарға рәхмәтемде еткерәм, ижади уңыштар, оҙаҡ йылдар матур тапшырыуҙарығыҙ менән халыҡ күңелен яулауығыҙҙы теләйем.
Зарема ТАҺИРОВА,
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының
X синыф уҡыусыһы.
Йылайыр районы,
Йылайыр ауылы.