+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Май , 10:58

Яҙыл да бүләк от!

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр! Гәзит-журналдарға 2024 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу дауам итә. Әйҙәгеҙ, улдарыбыҙҙы, ҡыҙҙарыбыҙҙы «Йәншишмә»гә яҙҙырайыҡ! Балаларыбыҙ үҙ гәзитен уҡып үҫһен ине.«Йәншишмә»гә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын да иғлан иттек. Бүләктәр шәп! Аҡыллы колонка, сымһыҙ ҡолаҡсын, смарт-сәғәт, смартфон өсөн повербанктар, ә төп приз – велосипед!

Яҙыл да бүләк от!
Яҙыл да бүләк от!

Был уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә 6 айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәреү ҙә етә. Ә бүләк отоу­сылар июль баштарында билдәле буласаҡ.
Гәзитебеҙгә яҙылыу өсөн хәҙер почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернетың ғына бул­һын. Смартфон йә планшет ярҙамында ошо QR-кодты сканерлап, килеп сыҡҡан адрес буйынса инеп, подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.
Әгәр гәзиттең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 414 һум ғына! Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк.

Яҙыл да бүләк от!
Яҙыл да бүләк от!
Яҙыл да бүләк от!
Яҙыл да бүләк от!
Яҙыл да бүләк от!
Яҙыл да бүләк от!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: