+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Июнь , 11:43

10 июндән 20-һенә тиклем 2024 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде

Ун көнлөк барышында «Йәншишмә»гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ! «Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 97 һум 4 тин, ярты йылға – 582 һум 24 тин. Индексыбыҙ – П2765.

10 июндән 20-һенә тиклем 2024 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде
10 июндән 20-һенә тиклем 2024 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде

«Йәншишмә»гә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Бүләктәр шәп! Аҡыллы колонка, сымһыҙ ҡолаҡсын, смарт-сәғәт, смартфон өсөн повербанктар, ә төп приз – велосипед!
Был уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә 6 айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәреү ҙә етә. Ә бүләк отоу­сылар июль баштарында билдәле буласаҡ.
Гәзитебеҙгә яҙылыу өсөн хәҙер почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернетың ғына бул­һын. Смартфон йә планшет ярҙамында ошо QR-кодты сканерлап, килеп сыҡҡан адрес буйынса инеп, подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.
Әгәр гәзиттең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 414 һум ғына! Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: