Өфөлә Матбуғат көнө алдынан гәзит-журналдарға яҙылыусылар өсөн байрам ойошторолдо, тип яҙғайныҡ инде. Күңелле, дәртле сара Матбуғат йорто алдында үтте. Әүҙем журналистар билдәләнде, матур концерт номерҙары әҙерләнгәйне. Һәр бер баҫма уҡыусыларына төрлө акция әҙерләгән: “Йәшлек”тәр тәмле сәй менән һыйлаһа, “Тамаша”лар сюрприз-бүләк таратты, “Һәнәк”тәр тиҙ арала яҙылыусының шаржын яһап биреп ултырҙы. Аллаға шөкөр, беҙҙең дә дуҫтарыбыҙ артты: алтмышҡа яҡын яҙылыусыны һананыҡ.
Ә Гөлназ Мират ҡыҙының шатланыу сәбәбенә килгәндә, ул “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыусы Суфия ханым Рәхмәтуллинаның төп приз – велосипедты отоуына бәйле. Бүләктәрҙе “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто әҙерләне. Тағы ниндәй баҫмаларға яҙылыусылар оттомо?
Көнкүреш техникаһын – “Һәнәк”, “Башҡортостан ҡыҙы”, сымһыҙ ҡолаҡсындар менән повербанктарҙы – “Өмет”, “Башҡортостан”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, театрға билеттарҙы “Өмет”, “Йәншишмә”гә яҙылыусылар эләктерҙе. Өҫтәл уйындарын “Аҡбуҙат”, “Ватандаш”, “Тамаша”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан-Йома” баҫмаларына яҙылыусылар отто. Ғөмүмән, бер яҙылыусы ла бүләкһеҙ ҡалманы – нәшриәт йортоноң сағыу көрөшкәһенә, календарҙарға эйә булды.
Дуҫтар! Ике һәм унан да күберәк баҫмаға яҙылыусылар араһында нәшриәт йорто тағы ла бүләктәр уйната. Тура эфир тапшырыуы БСТ каналында күрһәтеләсәк. Бының өсөн квитанцияларҙы [email protected] адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Өфөлә йәшәүселәр Матбуғат йортона килтерә ала.
Ә беҙ редакция бүләктәрен июль башында уйнатабыҙ!
Юлай КӘРИМОВ фотолары.