Июль башынан гәзит-журналдарға 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына алдан яҙылыу иғлан ителде. Был акция 31 авгусҡа тиклем барасаҡ.
Шуныһы шәп: «Йәншишмә»гә элекке хаҡ менән яҙылып ҡалырға була. Юғиһә, сентябрҙән яҙылыу хаҡының ныҡ артыуы ихтимал. Әйҙәгеҙ, күңелле каникул ваҡыты, йәйге мәшәҡәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан гәзитебеҙгә алдан яҙылып ҡуяйыҡ.
Ә кемдәр 2024 йылдың икенсе яртыһына яҙылмай ҡалған, уларға шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 авгусҡа тиклем өлгөрһәгеҙ, гәзит өйөгөҙгә сентябрҙән килә башлар.
«Йәншишмә»нең электрон төрөн һайлаһағыҙ, яҙылыу хаҡы күпкә арзаныраҡ: 5 айға ни бары 345 һум! Ул сағында гәзиттең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.
«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 110 һум 64 тин, ярты йылға – 663 һум 84 тин. Индексыбыҙ – П2765.