+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Матбуғат
7 Мая , 05:10

МХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһы

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто журналистары махсус хәрби операция яугирҙары менән тәүге тапҡыр телекүпер аша аралашты.

МХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһыМХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһы
МХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһы

Бәйләнешкә МХО биләмәләрендә алышыусы “Журналист” һәм “Матур” позывнойлы яугирҙар сыҡты. Төрлө гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алды.

“Журналист” позывнойлы яугирҙың - беҙҙең яҡташ коллегабыҙҙың - “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткәнен беләбеҙ. Ә “Матур” - Ульяновск өлкәһенән, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар полкы замполиты. Ул полкта төрлө милләт кешеләре хеҙмәт итеүен, барыһының да татыу йәшәүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды, хатта Башҡортостанға килергә вәғәҙә итте.

“Журналист” гуманитар ярҙамдың йыш килеп тороуын белдерҙе, айырыуса яңыраҡ килтерелгән журналистар йыйған ылау өсөн рәхмәт әйтте. Республика һәм район гәзит-журналдарын бигерәк тә һөйөнөп ҡабул иткәндәр. “Әллә ҡайҙа фронтта үҙ районыңда баҫылған гәзитте тотоп ултырыу - үҙе мөғжизә!” - ти яугирҙар.

“Еңеүселәр гены һалынған беҙгә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ”, - тине “Журналист” һәм “Матур”. Бындай телекүперҙәр артабан да ойоштороласаҡ.

МХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһы
МХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһы
МХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһы
МХО биләмәһенән - матбуғат конференцияһы
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас