Ҡыпсаҡ төлкөһөнән һис тә
Бер кәм ерем юҡ әле.
Йылы өйҙә булмаһа ла
Ҡалын түшәкле кәртәгә
Фатирға керҙем әле.
Һиңә әйтәм, тауыҡҡайым,
Менеүен менгәс үргә,
Күрше-тирә тауыҡтарын
Йыйып алһаңсы сәйгә.
Тауыҡҡайым, бер үк кенә,
Хәйләкәр, тип уйлама:
Ҡунаҡҡа хөрмәт күрһәтеү.
Борондан килгән йола.
Луиза ХАММАТОВА.
Был әрһеҙ төлкө Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында төшөрөп алынған. Яңыраҡ интернетҡа Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауылынан өй эсендә ултырған ике төлкөнөң фотоһын һалғайнылар. Быныһы һарай башына менеп ултырған!
Фото: Илгиз МӨХӘМӘТЙӘНОВ.