Әлеге проект - 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙың, педагогтарҙың һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең ижади аралашыу урыны. Унда Рәсәйҙең күп төбәктәренән йәш музыканттар, хореографтар һәм рәссамдар ҡатнашты. Улар араһында Дәүләкән балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Виктория Игнатьева ла бар ине. Уҡытыусыһы Фәниә Хөжжәтова әйтеүенсә, “Рәсәйҙең йәш һәләттәре” исемлегендә булған, республика Башлығы стипендиаты, һәләтле, ҙур өмөттәр бағлаған Викториябыҙ был проекттан илһам-дәрт алып,яҡшы кәйеф менән ҡайтҡан.