

Ул, «Һәр баланың уңышы» федераль проектына ярашлы, өсөнсө йыл эшләп килә. Маҡсаты – һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫтереү, уларға киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итеү.
– Үҙәктә уҡыу йыл әйләнәһенә алып барыла. Беҙҙә белем алыуҙың бер нисә этабы бар. Онлайн-уҡыуҙа бала мәктәп программаһы менән бергә «Аврора» курстарында уҡый. Шунан инде әгәр ҙә беҙ һөҙөмтәһен күрһәк, уҡыусы көндөҙгө ситтән тороп уҡыу этабына күсә. Беҙ уны йүнәлешле сменаларға саҡырабыҙ. Ә олимпиадаларҙа уңыштарға ирешһә, «Аврора-Осош» проектына күтәрелә, – ти үҙәктең етәксеһе Айҙар Сәйғәфәров.
Уҡыусының олимпиадаларҙа ҡатнашҡыһы килмәй, мәктәп программаһында булмаған микробиология менән генә шөғөлләнергә теләге бар икән, ундайҙар өсөн «Аврора-РАН» проекты булдырылған. Бында улар фәнни хеҙмәттәр яҙа, параллель рәүештә фәнгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтерә ала. Шулай «Аврора» фәндәренең докторы»на тиклем барып етергә мөмкин.
Үҙәктең «Аврора-ВУЗ» проекты ла бар. Бында инде уҡыусылар VII синыфтан алып теге йәки был юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Шул маҡсаттан республиканың 11 районында универсарий барлыҡҡа килгән. Улар менән берлектә «Аврора-олимпиада» программаһы ла алып барыла.
Айҙар Сәйғәфәров әйтеүенсә, уҙған уҡыу йылында «Аврора» үҙәге тарафынан 15 йүнәлешле программа тормошҡа ашырылған, шуларҙың 12-еһе – фән, берәүһе – спорт, икәүһе – сәнғәт буйынса.
«Аврора» үҙәгендә дәрестәр, «Сириус» белем биреү үҙәгендәге кеүек, өс йүнәлеш буйынса алып барыла. «Фән» тигәненә «Технология», «Химия», «Математика», «Физика», «Интернет технология», «Биология һәм медицина» инһә, «Спорт»ҡа «Тхэквондо» менән «Фехтование» бүлексәләре ҡарай. Ә «Сәнғәт» йүнәлеше «Көршәк яһау сәнғәте», «Һынлы сәнғәт», «Музыка» буйынса йүнәлешле сменалар ойоштора.
Былтырғы уҡыу йылында «Аврора» системаһына республикабыҙ район-ҡалаларынан 30 меңдән ашыу уҡыусы ингән. Шуға Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыусылар һаны артҡан, еңеүселәр һәм призёрҙар өс тапҡырға күбәйгән. Быйыл Бөтә Рәсәй олимпиадаһында 47 уҡыусы еңеүсе булған.
Күптән түгел Өфөгә килгәнендә «Сириус» белем биреү үҙәгенең етәксеһе Елена Шмелёва ла:
– «Аврора» үҙәге көслө төбәк майҙансыҡтарының береһенә әйләнде, – тип билдәләгәйне.
Ә үҙәккә нисек эләгергә була һуң? Онлайн-дәрестәргә һәм йүнәлешле сменаларға 13 – 18 йәштәге үҫмерҙәр яҙыла ала. Бында һәләтеңде үҫтерәм тиһәң, документтар, кемдәндер рөхсәт ҡағыҙы талап ителмәй. Тулыраҡ мәғлүмәтте үҙәктең https://avroracenter.com сайтында һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/avrora_rb алырға мөмкин.
Г. РАМАҘАНОВА әҙерләне.