+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2021, 10:55

Балалар театрына яңы һулыш

Өфөнөң  450 йыллыҡ юбилейын байрам итеү уңайынан әҙерләнгән проекттар исемлегенә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһын яңыртыу ҙа ингән.

Балалар театрына яңы һулыш
Балалар театрына яңы һулыш

Был эш ил башлығының май указдары нигеҙендә “Мәҙәниәт” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә башҡарыласаҡ. Театрҙы реконструкциялау  2022 – 2024 йылдарға планлаштырылған. Төҙөлөш ике этапта үтәсәк, сөнки  бинаға 1976 йылда төҙөлгәндән бирле ремонт үткәрелмәгән. Тәүҙә подваллы дүрт ҡатлы яңы бина төҙөйәсәктәр, һуңынан әлегеһе реконстукция үтәсәк. Һөҙөмтәлә, театрҙың дөйөм майҙаны ике тапҡырға артасаҡ.

Фото: rb7.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: