+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Ноябрь 2021, 12:35

Олимпиадала ҡатнашығыҙ

1 ноябрҙән Учи ру платформаһында “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы башланды.

Олимпиадала ҡатнашығыҙ
Олимпиадала ҡатнашығыҙ

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү кимәлен асыҡлауға бағышланған был олимпиадала илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша.  Унда I – IX синыф уҡыусылары үҙ көстәрен һынап ҡараясаҡ. “Имен һәм хәүефһеҙ юлдар” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә үткән олимпиаданы РФ Транспорт министрлығы.  РФ Мәғариф министрлығы менән РФ Эске эштәр министрлығы ойоштора.

Сараның төп маҡсаты – юлдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәт итеүҙе тәьмин итеү, бала саҡтан уҡ ҡағиҙәләрҙе белеп үҫеү, уларҙы дөрөҫ үтәү, үҫеп килеүсе быуында, шулай уҡ ата-әсәләрҙә уларҙы нығытыу.

Олимпиадала ҡатнашыу бушлай.  Бының өсөн шәхси кабинеттығыҙҙан инеп, Учи.ру онлайн-платформаһында теркәлергә генә кәрәк. Ул 19 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Бындай олимпиада икенсе йыл рәттән үткәрелә. Уҙған бәйгелә йыл 85 төбәктән 2,2 миллиондан артыҡ I – IV синыф уҡысыһы ҡатнашҡан.

Фото: РФ Транспорт министрлыгы

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: