+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ноябрь 2021, 11:50

Бала хоҡуҡтарына ҡағылышлы һорауығыҙ булһа...

2013 йылдан Рәсәйҙә ноябрь айында Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көнө үткәрелә.

Бала хоҡуҡтарына ҡағылышлы һорауығыҙ булһа...
Бала хоҡуҡтарына ҡағылышлы һорауығыҙ булһа...

Ошо көнгә билдәләнгән сараларға ярашлы, 19 ноябрҙә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында балаларҙың хоҡуҡтары һәм балалар менән ата-әсәләрҙең мөнәсәбәттәренә арналған консультациялар ойоштороласаҡ.

Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2-се йорт адресы буйынса 109-сы һәм 112-се бүлмәләрҙә үтәсәк сара иртәнге 9.00 сәғәттә башланып, 18.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-03-17, 218-03-18, 251-35-59.

Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көнө халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән санитар-эпидемиологик талаптарҙы һәм Башҡортостан Башлығының яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-19) таралыуҙы иҫкәртеү маҡсатында 2020 йылдың 18 мартында ҡул ҡуйылған Указына ярашлы ғәмәлгә индерелгән сикләүҙәрҙе тулыһынса үтәп ойошторола.

Бала хоҡуҡтарына, ата-әсә менән бала мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы һорауҙарҙы алдан электрон почтаға - [email protected] ебәрергә мөмкин.

Халыҡҡа хоҡуҡи һәм мәғрифәти йәһәттән аңлатыу эштәре алып барыу кеүек саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: ya-roditel.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Гөлдәр Яҡшығолова.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-15/bala-ho-u-taryna-a-ylyshly-orauy-y-bul-a-2583100

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: