Республиканың Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең "Виктория" эстрада-спорт бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәре, проект еңеүселәре, "Матвей нисек утлы яуызлыҡты еңгән" («Сказ о том, как Матвей огненное лихо одолел») спектакленең премьераһында ҡатнашты. Спектаклдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – "Изге яҙ" балалар һәм үҫмерҙәр бейеү милли премияһы еңеүселәре. Шулай уҡ сәхнәлә үҙ эшенең оҫталары – Рәсәйҙең халыҡ артисы Илзе Лиепа, Екатерина һәм Александр Стриженовтар, Сергей Друзьяк та сығыш яһаны.
Ансамбль тәрбиәләнеүселәре ҡолондар образында бейене. Бейеүҙәрҙе хореограф Андрей Меркурьев сәхнәләштерә. Ул төрлө һикереүҙәр һәм трюктар ҡулланып, сығышты хореографик номерға әйләндергән. Хореограф һәм ансамблдең акробатика буйынса тренеры Азамат Шәмсиғәлиев былай тине: "Балаларыбыҙҙың сығыштары уңышлы килеп сыҡты. Бейеү байрамы ла матур үтте. Ошо тылсымлы сарала ҡатнашыуыбыҙ өсөн ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!".
Фото: https://srgazeta.ru/