+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Декабрь 2021, 15:25

Федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк

Рәсәйҙең ете төбәгенә йәш ярымдан 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн төркөмдәре булған балалар баҡсалары төҙөүгә өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар.

Федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк
Федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк

Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаны яңы балалар баҡсалары төҙөүгә йәки әҙерҙәрен һатып алырға тотонорға мөмкин була. Дөйөм алғанда, ете төбәктә 1,5 - 3 йәшлек балалар өсөн бөтәһе 1 мең 275 урын барлыҡҡа киләсәк. Хөкүмәт бының илдә тыуымды арттырыуға этәргес булырына ышана. Сара "Демография" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: