Унда уҡыусылар,студенттар, йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик клубтар, эҙәрмәндәр отрядтары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Ленинград ҡамауына арналған батырлыҡ дәрестәре үткәреү, фильмдар ҡарау, блокадала булған кешеләр менән осрашыуҙар планлаштырыла. Сара 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһын өҙөүгә арнала.
"Блокада икмәге" акцияһы "Мәғариф" милли проектының "Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү" федераль проекты буйынса ойошторола.
Ленинград ҡалаһы 872 көн фашистар ҡамауында булған. Аслыҡтан бик күп халыҡтың ғүмере өҙөлгән. Алдағы көнгә өмөт - өлөшләп бирелгән 125 грамм ҡара икмәк булған. "Блокада икмәге" Бөтә Рәсәй хәтер акцияһы ваҡытында шул ваҡыттағы рецепт буйынса икмәк бешереп, халыҡҡа 125 грамлап таратыу ҙа ҡаралған.
Фото: culture.ru