«Һәммәбеҙгә мәғлүм: мәғлүмәт белһәң, донъяға хужа булырһың. Халыҡтың төрлө категориялары физик культура һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн дөйөм белем биреүсе ойошмаларҙың спорт инфраструктураһын ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтеү йәһәтенән Рәсәйҙең Мәғариф һәм Спорт министрлыҡтары әҙерләгән методик кәңәштәр барыһына ла билдәлеме икән?
Улар физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе граждандарҙың һанын арттырыу маҡсатында урындағы үҙидара органдары етәкселәренә йүнәлтелгән. Һәр тораҡ пунктта, унда йәшәүселәрҙең һанына ҡарамаҫтан, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырылырға тейеш. Роспотребнадзорҙың был йәһәттән әҙерләгән документында иһә спорт менән шөғөлләнеү өсөн белем биреү ойошмаларының спорт биналарын һәм биләмәләрен файҙаланыу санитар ҡануниәттә тыйылмағанын билдәләй».
Фото һәм тулыраҡ:https://kurultai.ru/ba/content/3013-budte-aktivny-bud..