-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Март 2022, 14:03

207 "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылған

Башҡортостан Хөкүмәтендә Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса үткән йылда башҡарылған мөһим эштәргә йомғаҡ яһағандар.

207  "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылған
207 "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылған

"Мәғариф" милли проекты буйынса республика белем усаҡтарында былтыр 207 "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылған, йәғни 207 бәләкәй ҡала һәм ауылға химия, биология, физика кабинеттарына дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн яңы заманса ҡорамалдар алынған. Был төпкөл ауылдарҙа уҡыған уҡыусылар өсөн дә теүәл фәндәр менән төплө шөғөлләнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. 

"Мәғариф" милли проекты буйынса шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Квонтариум" технопаркы һәм „IT-куб“ һанлы мәғариф үҙәге асылған. 

Фото: Эльвира Әсәҙуллина. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: