Хәҙер ул «Мәғариф» милли проектының «Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү» федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, күп төбәктәрҙә мәктәптәрҙә илебеҙ флагын күтәреү йолаға әйләнеп бара, һәр аҙнаны Рәсәй гимны аҫтында ил флагын күтәреүҙән башлау үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләйәсәк.
Фото: panram.ru