Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла былтыр тыуған ере – Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылындағы балалар бейеү ансамбленә костюмдар бүләк иткәйне. Республиканың билдәле йырсылары ҡатнашлығында концерт та ойошторғайны.
Быйыл да яҡташтарын ошондай матур концерт менән ҡыуандырҙы ул. Бөрйәндәр өсөн Рөстәм Ғиззәтуллин, Алтынай Вәлитов, Зилиә Бәхтиева, «Дәрүишхан» төркөмө сығыш яһаған.
Әминә Ивний ҡыҙы шулай уҡ мәҙәниәт йортона видеопроектор, экран, тауышты көсәйтеү ҡоролмаһы, балаларға өҫтәл уйындары бүләк иткән. «Шүлгән» инструменталь ансамбленә ике мандолина тапшырған.
«Атайсал» проекты республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.