+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Август 2022, 11:11

Еңеүселәр "Артек"та ял итәсәк

"Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы" Бөтә Рәсәй акцияһының "Лидер булырға ваҡыт" конкурсында Башҡортостандан 5 уҡыусы еңеп сыҡҡайны.

Еңеүселәр "Артек"та ял итәсәк
Еңеүселәр "Артек"та ял итәсәк

Улар -  Өфөләге М.А.Ферин исемендәге 60-сы лицейҙан Вилена Әхмәтшина, Советтар Союзы Геройы Наталья Ковшова исемендәге 155-се лицейҙан Богдан Ветлугин, Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбенән Аделина Ҡашҡарова, Ейәнсура районы Таҙлар мәктәбенән Карина Килмөхәмәтова менән Элина Хөсәйенова.  

"Лидер булырға ваҡыт" конкурсында VIII-X синыф уҡыусылары ҡатнашҡайны. Конкурс барышында үҙҙәренән бәләкәйерәк уҡыусылар араһында дөрөҫ туҡланыу буйынса уйын формаһында дәрестәр үткәрҙеләр.

Ошо көндәрҙә "Торатау" конгресс-холында Рәсәй кимәлендә еңеүсе Башҡортостан уҡыусыларын рәсми рәүештә ҡотлау тантанаһы булды. Уларға дипломдар һәм "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлламалар тапшырылды. Уҡыусылар Ҡара диңгеҙ буйында өс аҙна - 1-нән 22 сентябргә тиклем ял итәсәк. Яҡташтарыбыҙҙы синыф сәғәттәре, акциялар, фестивалдәр, фәнни-ғәмәли конференциялар, ижади конкурстар менән тулы смена көтә. 

Фото: https://education.bashkortostan.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: