+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Октябрь 2022, 17:03

Улар миллионлы булды

"Артек" Халыҡ-ара балалар үҙәгендә "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтте. Беҙҙең республиканан да IX-XI синыфтарҙан 40 уҡыусы ҡатнашты. 

Улар миллионлы булды
Улар миллионлы булды

"Ҙур тәнәфес" "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһына инә һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф Министрлығы ярҙамында үткәрелә. 

Конкурстың финалында төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, республикабыҙҙың һәләтле, идеяларға бай уҡыусылары һынатманы. Уларҙың 33-ө еңеүселәр исемлегенә инде. 

Барлығы 300 XI синыф уҡыусыһы 1 миллион һум аҡса менән бүләкләнде, уҡырға ингәндә. уларҙың портфолиоһына балдар өҫтәләсәк. Ә 300 IX-X синыф уҡыусыһына - 200 мең һум тапшырылды.

Башҡортостандан кемдәр еңеүсеме? Бына улар: 

Денис Фазалов
Кирилл Апокин
Амалия Шәрипова
Маша Исаенко
Глеб Паскин
Карина Башмакова
Лена Хилажева
Ксения Блинникова
Елизавета Белова
Резван Ғатауллин
Лиана Фамутдинова
Камилла Ғайсина
Реналь Хәбиров
Диана Әхмәҙиева
Эльвира Липатова
Элина Мәҡсүтова
Юлия Яковлева
Диана Ильясова
Шамил Дәүләтов
Ирина Улядарова
Олеся Алфёрова
Елизавета Хохрина
Евгений Кәримов

Фото: vk.com.

Улар миллионлы булды
Улар миллионлы булды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: