+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2022, 11:20

"Аҡыллы" спорт майҙансығы асылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө мәктәбе биләмәһендә "аҡыллы" спорт майҙансығы асылды.

"Аҡыллы" спорт майҙансығы асылды
"Аҡыллы" спорт майҙансығы асылды

Ул "Демография" милли проектының "Бизнес-спринт" федераль проекты буйынса төҙөлгән. Бында сымһыҙ локаль Wi-Fi селтәре һәм махсус QR-кодтар бар. Һуңғыһы смартфондан тура аңлатыу дәрестәренә күсергә мөмкинлек бирә.

Спорт майҙансығының ҙурлығы – 4922 квадрат метр. Бында күп спорт төрҙәре менән хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла шөғөлләнер өсөн бөтә шарттар бар. Мәҫәлән, хоккей ҡабы, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары, теннис өҫтәле, йүгереү юлы, балалар һәм өлкәндәр күнегеүҙәренә тәғәйенләнгән зоналарҙа файҙалы ваҡыт уҙғарырға мөмкин.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: