Ярты йылдан ашыу барған бәйгене Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан йомғаҡлау юҡҡа булманы. Сөнки ҡатнашыусылар төрлө милләт вәкилдәренең көндәлек һәм байрам кейемен, аксессуарҙарын теккәйне.
Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләүе ныҡ ҡыйын булғандыр ул. Беҙ аллы-гөллө кейенгән балаларға һоҡланып ҡарап ҡына ултырҙыҡ, ә Сәлимә Усманова етәкселегендәге ойоштороусыларға еңеүселәрҙе асыҡларға кәрәк. 200-ләгән эш араһынан! Ә ҡатнашыусылар үҙҙәре һуң? Күпме күҙ нуры түгелгән, тауар-тәңкәләргә күпме аҡса киткән, күпме тарихи фотолар ҡаралған!
Өс номинация буйынса иң оҫталар асыҡланды, йәнә бер нисә дәртләндереү бүләге бирелде. Һәр финалсы дипломға лайыҡ булды. Барыһы хаҡында гәзитебеҙҙең кидәһе һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар. Алға китеп шуны ғына әйтәбеҙ: Гран-приҙы һәм 100 меңлек сертификатты Салауат районы Комсомол ауылынан Гөлдәр Шәбиева алды.
Ә фотолағы һүрәт “Таҡыя”ның символына әйләнде. Уны аукционда кем һәм нисә һумға һатып алды? Ниндәй район ҡылҡәләме менән яҙылған икән? Йырсы Әлиә Әхмәтова үҙ бүләктәрен кемгә тапшырҙы? Был мәғлүмәттәр – киләһе номерҙа!