Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде.
– Беҙ төрлө йәштәге балалар менән әүҙем эш алып барабыҙ. Лекциялар уҡыйбыҙ, кино, музей, геопарктарға экскурсияларға йөрөйбөҙ, – тине ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры Элина Ғатауллина.
Музей хеҙмәткәре Аделия Чубараева балаларҙы Көньяҡ Урал халыҡтарының ҡыҙыҡлы мәҙәни ҡомартҡылары менән таныштырҙы. Шуларҙың береһе – “Сарматтар алтыны” коллекцияһы. Музейға сәйәхәт балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.