Сценарий авторы – билдәле драматург Зөһрә Бураҡаева. Нимә тураһында һуң был әҫәр? Бик алыҫ бер ерҙә батша үҙенең ялсыларының ниндәй һөнәр менән шөғөлләнә алыуын хәл итә икән. Ә халыҡтың теләген иҫәпкә алмай, имеш. Һәр кемдең ысын тәғәйенләнешен асҡан тылсымлы шар табылғанға тиклем барыһы ла бәхетһеҙ була. Әкиәт һөнәрҙе үҙ йөрәгеңде тыңлап һайларға кәрәклегенә өйрәтә. Эшһөйәрлек, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, изгелек, ҡыйыулыҡ та ярҙам итә геройҙарға.
Проектҡа шулай уҡ художество етәксеһе һәм режиссёр Флүрә Тереғолова, композитор Ғәлинур Юламанов, костюмдар һәм декорациялар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолова, хореограф Вероника Балод, театр директоры һәм проект етәксеһе Айгөл Ғәлимова күп көс һалған.