Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты тарафынан эшләнгән буям әлегә 300 данала сығарылған. Проект етәкселәре – Рәмилә Рәмил ҡыҙы Саньярова һәм Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды үткәргән конкурста еңеп грант алғас, уларҙың командаһы ошондай баҫма әҙерләгән. Әлегә буямдар балалар баҡсаларына таратыласаҡ.
Университетта был көндә "Батырҙар иле – Башҡортостан" баҫмаһының исем туйы ғына үтеп ҡалманы, полилингваль белем биреүҙе камиллаштырыу буйынса семинар ҙа ойошторолдо. Төрлө ҡала-райондарҙан йыйылған иллеләп тәрбиәсе үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, фекерҙәре менән бүлеште. Полилингваль белем биреү сит телде өйрәнеү тигәнде генә аңлатмай, тәү сиратта үҙ телеңдән башларға кәрәк, тине улар. Әйткәндәй, батырҙар хаҡындағы буямда мәғлүмәт бик шәп бирелгән – QR-код аша өс телдә тауышландырылған видеояҙмаға күсергә була.