+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Август , 17:00

Ат уйнатып...

Өфөлә “Ат уйнатып” хәрби-патриотик уйынының асыҡ презентацияһы үтәсәк. Ул Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә – 27 августа була. Ҡайҙа, ҡасан барырға?

Ат уйнатып...
Ат уйнатып...

Проект былтыр барлыҡҡа килде. Беренсе этапҡа шайморатовсыларҙан 69 ғариза алынған. Икенсе этапҡа 16 команда үтте, һөҙөмтәлә 80 шайморатовсы квеста һынап ҡараны. “Тамыр” телеканалы “Ат уйнатып...” өҫтәл уйынын да уйлап сығарҙы.

Өсөнсө этап “Патриот” паркында уҙҙы. Унда 5 команда ҡатнашты: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Мортаза Рәхимов исемендәге гимназия, Дәүләкән лицей-интернаты, Туймазынан 1-се гимназия һәм 2-се “Смарт” республика полилингваль күп профилле гимназияһы. Финалсы шайморатовсылар 7 көн дауамында ярышты, оҫталыҡ дәрестәре ҡараны, осрашыуҙарға йөрөнө.

Һуңғы этап барышында “Ат уйнатып” реалитиһының 7 серияһы төшөрөлдө лә инде. 27 август сәғәт 4-тә уларҙың береһен күрергә мөмкин буласаҡ. Үткәреү урыны – “Родина” кинотеатры. Инеү бушлай (6+). Һуңынан реалити БСТ һәм “Тамыр” телеканалдарында күрһәтеләсәк.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: