Яңыраҡ төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында һөйләштек, мәғлүмәт йыйҙыҡ, һүрәттәрен ҡараныҡ.
Һуңынан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының өҫ кейеме – камзулды эшләп ҡараныҡ. Бының өсөн беҙгә төҫлө ҡағыҙҙар, елем, ҡайсы кәрәк булды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар был эште ҙур теләк менән башҡарҙы. Ҙурайғас, кемдер үҙе тегеп ҡараясағы тураһында әйтте. Күптәр көндәлек тормошта ла кейергә теләүҙәрен белдерҙе. Сөнки улар матур ғына түгел, йылы, уңайлы ла.
Былай ҙа балалар милли кейем, биҙәүес өлгөләрен байрамдарға кейә, таға. Күп ҡыҙҙарҙың стилләштерелгән түшелдерек, маңлайсалары булһа, малайҙар милли орнаментлы галстуктар тағып йөрөй.
Айгөл ГӘРӘЕВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 166-сы балалар баҡсаһы.