+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фермер йә эшҡыуар булыр әле

Яңы Усман ауылынан V синыф уҡыусыһы, «Бәйләнештә» селтәрендә «Тәбиғәт мөйөшө» исемле үҙ төркөмөн булдырып, хайуандар һәм ҡоштар хаҡында блог алып барыусы Ханнан МӘЖИТОВ бер йыл элек йорт ҡуяндары менән ҡыҙыҡһына башлай. Төрлө яҡтарҙан алдырып, бөгөн ул «Фландер», «Великан», «Совет шиншиллаһы» тоҡомло алты ҡуян тота.

Ханнан һәм һеңлеһе Сажиҙә үҙҙәренең йорт ҡуяндары менән.
Ханнан һәм һеңлеһе Сажиҙә үҙҙәренең йорт ҡуяндары менән.
Яңы Усман ауылынан V синыф уҡыусыһы, «Бәйләнештә» селтәрендә «Тәбиғәт мөйөшө» исемле үҙ төркөмөн булдырып, хайуандар һәм ҡоштар хаҡында блог алып барыусы Ханнан МӘЖИТОВ бер йыл элек йорт ҡуяндары менән ҡыҙыҡһына башлай. Төрлө яҡтарҙан алдырып, бөгөн ул «Фландер», «Великан», «Совет шиншиллаһы» тоҡомло алты ҡуян тота.

– Әлегә уларҙы үрсетеү буйынса тәжрибәм етмәй. Яңыраҡ береһенең 10 балаһы тыуып, инәләре тапап үлтергән дә ҡуйған. Киләсәктә иғтибарлыраҡ булырмын инде, – ти Ханнан.

– Уларҙы ниндәй маҡсат менән үрсетергә ниәтләйһең һуң? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Күбәйеп китһәләр, һатырға уйлайым. Аҡсаһына һәйбәтерәк тоҡомло ҡуяндар аласаҡмын. Аҙаҡ инде уларҙы ла һатасаҡмын, ғаиләбеҙгә ярҙам буласаҡ.

Ханнандан күреп, күрше-тирәләге малайҙар ҙа ҡуян тота башлаған. Мәктәптән һәм дәрес әҙерләүҙән арт­ҡан ваҡыттарын улар файҙалы үткәрә хәҙер – кәртә тирәһендә мәж килеп, шешҡолаҡтарҙы тәрбиәләйҙәр, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашалар.

Ҡуяндарҙан тыш, Ханнан быйыл ата-әсәһенән 10 ҡаҙ алдыртып, йәй буйы үҙе ҡараған. Икенселә уҡыған Сажиҙә һеңлеһе лә ағаһына ярҙам итә. Емде күршеләге фермер Ниғмәт Мәжитовтан һатып алалар икән.

Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған егетте ата-әсәһе лә дәртләндерә белә. «Көн һайын мәктәптән ҡайтҡас, өйҙөң иҙәнен йыуып йә һөртөп торһаң, айына 1 мең һум эш хаҡы түләйбеҙ»,– тип улдары менән килешеү төҙөп ҡуйғандар. Эштең үтәлеү-үтәлмәүен әсәй кеше көн дә билдәләп бара. Октябрь өсөн 700 һум «хеҙмәт хаҡы» алғас та, Ханнан туғандарынан бер пар индоутка алып, уларға махсус оя ла эшләп ҡуйған. Әлегә был өйрәктәре бәләкәсерәк, ҡыш сыҡһалар, бәпкә баҫтыртырға хыяллана.

«Киләсәктә кем булырға теләйһең?» тигән һорауға: «Эколог», – тип яуап бирһә лә, ай-һай, фермер йә эшҡыуар булыр ул, тигән уй тыуа. Хәйер, бөгөндән алдынғы пландар ҡороп, уларҙы бойомға ашырыр өсөн ең һыҙғанып эшләгән Ханнан Мәжитов, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, юғалып ҡалмаҫ, яңынан-яңы маҡсаттарға ирешер әле.

Миләүшә ҠАСИМОВА.
Бөрйән районы.

Читайте нас: