Эх, тиҙерәк йәй етһен ине, тигән хыял менән оҙо-о-он ҡышты, унан яҙҙы үткәреп ебәрәбеҙ. Пландар ҡорабыҙ. Мин үҙем уларҙы дәфтәремә яҙып ҡуям. Йәй минең генә түгел, бөтә балаларҙың да яратҡан миҙгелелер ул. Оҙайлы каникулға сығыу менән 21 көн мәктәбебеҙҙәге «Һаҡмар» йәйге һауыҡтырыу лагерында ял иттем. Унда йөрөгән балаларҙы ике ырыуға бүлделәр: Ҡыпсаҡ һәм Бөрйән. Көн һайын фәһемле саралар, күңелле ярыштар, мауыҡтырғыс уйындар үтте һәм тәмле аштар менән һыйланылар. Лагерҙан ҡайтҡас, өйҙә әсәйемә ярҙам итештем, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесын уҡып сыҡтым.