Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит әле. Ләйсән дә бик бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙамсы булырға күнеккән. Эшҡыуарлыҡ эшенә башкөллө сумған Әминевтәр ғаиләһендә шундай бер ғәжәйеп ҡыҙҙың үҫеүе – атаһы менән әсәһе өсөн оло ҡыуаныс. Ни өсөн тигәндә, көн оҙоно ғаилә бизнесын алып барғанда балалар өсөн артыҡ ваҡыт бүлеү мөмкин дә түгел. Шуғалыр ҙа Ләйсән бик иртә аш-һыу әҙерләүҙе, йорт эштәрен башҡарыуҙы үҙ итә.
Тора-бара ҡыҙ ғаилә бизнесына ҡушыла. 14 йәшендә сауҙа нөктәләренә барып ярҙам итә башлай. Әле ҡыҙ үҙ аллы эшләй. Ошо йәй ғаилә тағы бер эш асыуға өлгәшә. Үҙҙәренең кафеларын булдыралар һәм бында IX синыфты тамамлаған Ләйсән – ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре. Эшен шул тиклем яратып башҡара. Ни тиклем ҡатмарлы хеҙмәт булмаһын, кафеға килеүселәрҙең һәр береһенә берҙәй итәғәтле, иғтибарлы. Талымһыҙ ҡыҙ үҙе лә менюға тәҡдимдәр индерә. Ни тиһәң дә, быға тиклем ул торттар, төрлө бәлештәр бешерергә лә оҫтарған, салаттар эшләүгә лә әүәҫ.
Ҡалабыҙҙа шундай уңған, эшһөйәр, йүнсел йәш быуындың үҫеп килеүе һоҡландыра, ҡыуандыра мине.