+13 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең бәләкәй бизнесым"
21 Сентябрь 2018, 14:14
Аҡсаһына – уҡыу кәрәк-яраҡтары
Йәй – ул ял итеү миҙгеле генә түгел, ә уҡыусы балалар өсөн аҡса эшләп алыу осоро ла бит ул. Мәҫәлән, Әлшәй районы Раевка ауылы гимназияһы уҡыусылары, апалы-һеңлеле Юлиә һәм Азалиә Зәйнуллиналар йәйгеһен еләк һатып, үҙҙәренә уҡыу-кәрәк яраҡтары алған.
Юлиә – VIII синыфҡа, ә Азалиә икенсегә күсте. Ҡыҙҙар рәхәтләнеп ял да иткән, аҡса ла эшләп өлгөргән. Ҡалай уңғандар!
Йәй башланғас, Юлиә менән Азалиә Һарай ауылына ҡунаҡҡа ҡайта. Еләк өлгөрөп бешкәс, ҡыҙҙар ҡырға сығып, өләсәләренә эйәреп еләк йыйған. Тәбиғәт байлығы булған был емештән ҡайнатма, компот ҡайнаталар, тәмле бәлеш тә бешерәләр.
Был уңғандар еләктең яланда мул икәнлеген күреп, уны һатыу өсөн дә йыя. Бәләкәй булһа ла, Азалиә һис кенә лә апаһынан ҡалышмай. Юлиә 10 литрлы биҙрәне тултырһа, үҙе 5 литрлы бәләкәйерәк биҙрәгә еләк йыйып өлгөртә. Арыным, асыҡтым, тип иркәләнеп алырға ваҡыты булмай. Сөнки ул да бит һатыу итә, аҡса эшләй.
Әйткәндәй, еләк һораусылар ҙа ҡыҙҙарға осрап ҡына торған. Бер мәл һатыулашҡан саҡта, Юлиәнең ҙур биҙрәһен бер апай – 600 һумға, ә Азалиәнекен 400-гә алырға булған икән. Шул саҡ һеңлеһе үҙенең эше арзаныраҡ хаҡҡа төшкәнен күреп, илаған да ебәргән. Һатып алыусы апай ни эшләһен инде? Азалиәнең дә йыйған еләген 600 һумға алып киткән. Хәләл көсөң менән башҡарған эш күпкә ҡәҙерле була шул.
Әлмира КАШАПОВА.
Әлшәй районы
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән