+25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең бәләкәй бизнесым"
5 Октябрь 2018, 12:59
Алтын ҡуллы ҡыҙҙар
Урамда матур-матур уйынсыҡ брелоктар һатып ултырған ҡыҙҙарҙың эргәһенән туҡтамайынса үтә алманыҡ. Эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ та ул! Ҡыҙым да, әсәй, ошо тейенде, юҡ, сусҡа балаһын алайыҡ, тип һайлай башлағас, үҫмерҙәр менән танышырға теләк уянды. Баш ҡалабыҙҙың 94-се лицейында уҡыусы Эвелина Моратшина менән Аделина Баһауетдинова булып сыҡты улар.
Йәтеш кенә итеп тегелгән уйынсыҡ йәнлектәрҙең авторы Эвелина икән. Ҡул эшенә оҫталыҡ әсәһенән күскән. Әйткәндәй, Лена ханым тегенергә, топиарийҙар эшләргә, витраж менән картиналар төшөрөргә әүәҫ икән. Тегелгән хайуанҡайҙарҙы ҡасандыр үҙ магазинында һатҡан, хәҙер интернет селтәре аша тарата. Эвелинаға ла был һөнәр оҡшап ҡалған. Төрлө йомшаҡ уйынсыҡтар тегә, сәс резинкалары яһай. Мәктәптән һуң уларҙы һатыу менән булыша: тәүҙә йәрминкәләргә йөрөһә, хәҙер үҙҙәре йәшәгән йорттан алыҫ түгел урын тапҡан.
Кеҫә сығымдарына ата-әсәһенән аҡса һорамай үҫмер ҡыҙ: килемдең бер өлөшөн туҡыма, буяуҙар алыуға тотонһа, ҡалғанын йыя. «Көнөнә уртаса 500 һумлыҡ һатам», – ти Эвелина. Яңыраҡ үҙенә электрон китап алып ҡыуанған. Ул әҙәбиәткә ғашиҡ, яҡшы уҡый, синыфтарында староста вазифаһын башҡара.
Әүҙем, аралашыусан ҡыҙҙың дуҫтары ла күп. Шуларҙың береһе – Аделина. Әхирәтенә һатыуҙа ярҙам итеп кенә ултырмай, үҙе эшләгән слаймдарҙы ла тәҡдим итә. Нимә ул, тип һорарһығыҙ. Балалар яратып уйнаған йәбешкәк туптар шулай атала икән. Тиҙ алып бөтәләр, күрәһең, беҙ һорағанда юҡ ине.
Тырыш ҡыҙҙар тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Күпселек балалар телефон, ноутбукка текәлеп ултырғанда, Эвелина менән Аделина ата-әсәһенә ярҙам итергә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.
Ҡыҙым менән бер матурҡас ҡуянды һатып алып, өйөбөҙгә ҡәнәғәт ҡайтып киттек.
Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?