+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуян үрсетә башланым

Һәр кешенең яратҡан шөғөлө була. Кемдер бейей, берәүҙәр уйынсыҡ машиналар йыя, икенселәр компьютер уйындарын үҙ күрә.

Ә мин йорт ҡуяндары үрсетәм. Улар шундай матурҙар, йомшаҡтар!

Ҡуяндар менән ҡыҙыҡһыныуым былтыр йәй көнө башланды. Флүр ағайға һыйыр көтөүенә сыҡтым. Кис ул йылмайып:

– Рәхмәт, ҡустым, ярҙам иттең. Аҡсалата түләйемме әллә йорт ҡуяны бирәйемме? – тимәһенме.

– Йорт ҡуяны! Күптәнге хыялым бит ул! – тип яуапланым.

Йомшаҡ ҡына һоро ҡуянымды тотоп ҡайтып ингәс, атайым маҡтаны. Икәүләп тиҙ генә ситлек эшләнек, һыу ҡуй­ҙыҡ, бесән, түтәлдән кишер ҙә йолҡоп һалдым.

Тиҙҙән ҡуянымдың балалары тыуҙы. Тотоп ҡарамаҡсы инем, атайым туҡтатты. Шунда мин яңы тыуған ҡуян балаларына ҡағылырға ярамағанын белдем. Ике аҙнанан бәләкәстәр инәләре эргәһендә йүгереп йөрөй башлағас ҡына уларҙы ҡулға алып, һыйпап яраттым.

Хәҙер ике төр ҡуян үрсетәм. Уларға бесән, кишер, кәбеҫтә бирәм. Ауыҙҙа­рын ослайтып, шәп-шәп кенә ашауҙарын кү­ҙәтергә яратам. Ҡышын ҡуяндарҙы һарай­ҙа, йәйен ситлектә аҫрайым.

Быйыл ҡыш ҡуяндар һарайҙың нигеҙен ҡаҙып, тишеп бөткән дә ҡуйған. Бер бәләкәсе, ҡыҙыҡ күреп, тышҡа уҡ сыҡҡан. Шул саҡта әллә ҡайҙан бер ҙур бесәй килгән дә уны эләктереп алған. Мин бесәй артынан йүгерҙем, тик ҡуянымды ҡотҡара алманым. Шундай ҡыйын булды, күңелем тулды, ҡыҙ булһам, илар инем дә, саҡ түҙҙем.

Ҡуянҡайҙарымды бик яратам. Әлеге көндә улар – 11. Йылына 4 – 5 тапҡыр балалары тыуа, кәм тигәндә, бишәр бәләкәстәре була. Бик тиҙ үрсейҙәр. Беҙ уларҙы 500 һумға һатабыҙ. Аҡсаһына тәмлекәстәр, башҡа кәрәк-яраҡ алам.

Айгизәнең тыуған көнөнә лә ҡуян бүләк иттем. Шул тиклем шатланды! Хәҙер уны ла ҡуян ҡарарға өйрәттем. Әйҙә, ул да үрсетһен.


Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Читайте нас: