-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Сейә һата егеттәр

Быйыл сейә бөтә ерҙә лә булманы. Сәскә атҡан саҡта ғына ҡырау һуғып әрәм итте. Шуға хаҡтары ла артып китте. Элекке йылдарҙа арзанға ғына алырға мөмкин ине. Әле башҡа емештәр кеүек үк ҡиммәтләнде лә ҡуйҙы. Ә шулай ҙа сейә ағастарының да төрлөһө бар. Бейек үҫкәндәрендә бөтөнләй емеше күренмәһә, ҡыуаҡ булып ултырғандарында сейә ҡыҙарып бешкән.Кемдең баҡсаһында сейә уңған, улар үҙҙәренән артҡанын һатып, әҙерәк аҡса эшләне.


Һеҙ фотола күргән егеттәр ҙә – Тимур Мәҡсүтов (һулда) менән Ибраһим Вәлиев был йәйҙә сейә һатыу менән шөғөлләнде. Береһе – Шишмә ауылында, икенсеһе Шишмә ҡасабаһында йәшәһә лә, каникул ваҡытында Өфө районының Яңы Осоргин ауылындағы баҡсаларында ял иттеләр. Велосипедта рәхәтләнеп елдерҙеләр, футбол уйнанылар һәм, әлбиттә, баҡсала эшләне­ләр.

Сейә өлгөргәс, икешәр биҙрә йыйып, «Шоморт» баҡсала­ры урынлашҡан ергә алып барып һаттылар. Баҡсалары булһа ла, үҙҙәрендә сейә уңмағас, кешеләр ала. Бер апайға хатта дүрт биҙрә емеш һатты Тимур. Шулай итеп, биш мең һумға яҡын аҡса эшләне.

– Ноутбукка йыям, – ти үҫмер. – Быйыл Өфөләге политехник техникумға уҡырға индем. Унда миңә ноутбук мотлаҡ кәрәк буласаҡ.

Сейә генә түгел, баҡса еләген дә, ялан еләген дә һатҡан. Уң­ғанлыҡ та кәрәк бындай эштәр­ҙе башҡарырға. Сөнки емеште йыйыуы – бер, ә уны һатыр өсөн биш-алты саҡрым велосипедта барырға кәрәк. Аҙаҡ тағы ла шул сама уҡ юлды үтәһең.

Емештәрен һатҡас, аҡсаһына IV синыфты тамамлаған һеңлеһе Ренатаға туңдырма кеүек күстәнәс алырға ла онотмай. Өйгә лә аҙыҡ-түлек алып ҡайта. Үҙенә кәрәк-ярағына тотона.

Ибраһим да III синыфты тамамлаған Исламиә һеңлеһенә тәмлекәс алып ҡуйған. Эй, ҡыуаныр инде туғаны. Шишмәләге 2-се мәктәптә уҡыған Ибраһим артабан да белемен дауам итмәксе. Тимур менән улар ике туғандар. Уларҙың баҡсаһына ял итергә килгән. Сейәне бергәләп йыйғандар. Ун көн эсендә ике мең һумдан ашыу аҡса эшләп өлгөргән. Ибраһим мопед алырға хыяллана, берәй ергә эшкә урынлашырға ла ниәте бар.

Хәҙергә ике туған велосипедта елдерә. Уларға баҡсаларҙа йөрөгән хужаһыҙ эт тә эйәрә. Ысын исеме ниндәйҙер, әммә үҫмерҙәр уға «Тайсон» тип өндәшә. Билдәле боксер кеүек, көслө, ҙур булғанға шундай ҡушамат таҡҡандармы икән?

Ҡояшта ҡыҙынып, саф һауала нығынып, файҙалы эш менән шөғөлләнеп, ял итә Шишмә егеттәре. Уларға: «Афариндар!» – тип кенә әйтәһе ҡала.


Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас: