-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ҡуяндар үрсетеү оҡшай»

Шулай ти Мәмбәт ауылынан Сынбулат Ҡәйепов. Шәп малай! Әле V синыфты ғына тамамлаһа ла, ололарса фекерләй ул. Ҡуян үҫтереү һәм үрсетеүҙе апрелдән башлаған. Интернет селтәренән бик күп мәғлүмәт йый­ған. Белмәгән нәмәһе юҡ. Ҙу­райғас, фермер булырға хыял­лана.

Башта өс ҡуян балаһы һатып алған. Хәҙер бөтәһе ун дүрт йәнлеге бар. Уларҙы көнөнә өс тапҡыр ашата: һоло йә ар­па бирә, йәш үлән сабып һала, һыу эсерә.

– Ошо матурҡайҙарҙы бигерәк яратам! Ҡуяндарҙы ҡарап үҫтереү – бик ҡыҙыҡ шөғөл. Дөрөҫ тәрбиәләһәң, табыш та килтерә бит. Бәләкәй ҡустым Алмасҡа ла оҡшай. Балалар баҡсаһынан ҡайтыу менән ул да ярҙамлаша, – ти Сынбулат.

Уңған үҫмер өйҙә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы икән. Көндөҙ башмаҡтарҙы ҡарай. Әтеү, алыҫ китеп барыуҙары ихтимал.

Баҡсала үҫкән ҡабаҡ, кишер һәм башҡа йәшелсәләргә һыу ҡоя. Сөнки ата-әсәһе кискә генә ҡайта. Фәрзәнә ханым ауылда – фельдшер, ғаилә башлығы Һиҙиәт «Зауралье» МТС-ын­да механизатор булып эшләй.

Бына шулай үҫмерҙең ялы бик файҙалы һәм күңелле үтә.

Һөнәрленең ҡулы алтын, ти халыҡ. Яратып, теләп баш­ҡарған эштән генә күңел ҡәнәғәтлек ала. Һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы була.

Уңыштар һиңә, Сынбулат!

Хәйбулла районы.
Читайте нас: