+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мини-тракторҙы үҙе йыя

Баҡалыла XI синыфта уҡыған Артур Овчинников инде өсөнсө тракторын йыйырға уйлай.

Тәүгеһен эшләп кенә ҡараһа ла, һәйбәт килеп сыҡҡан, уны тиҙ үк һатып алыусы ла табылған. Икенсеһен ентекләберәк ҡорған. Үҙенең мопедын һатып, аҡсаһына Ҡытайҙа сығарылған мотор һатып алған. Бына тигән мини-трактор килеп сыҡҡан. Сығарылыш синыфында уҡыуына ҡарамаҫтан, Артур яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба. Әле өсөнсө, сылбырлы тәгәрмәсле трактор йыйырға әҙерләнә. Был уңған егет менән гәзитебеҙҙең алдағы һанында яҡынданыраҡ таныштырырбыҙ.
Читайте нас: