+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Сейә һатып, аҡса эшләнем»

Быйылғы йәй бигерәк эҫе. Шуға емеш-еләк тә иртәрәк өлгөрҙө. Әле ҡып-ҡыҙыл булып сейәләр беште. Балалар ҙа өлкәндәргә ихлас ярҙам итеп, үҙ өлөшөн индерә. Стәрлетамаҡтан VII синыфты тамамлаусы Эвелина Бохарбаева Илгизәр ҡустыһы менән Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһында йәшәүсе өләсәләрендә ял итә. Балалар йыл да йәйге каникул көндәрен күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә тырыша.

Эвелина кадет корпусына ҡараған мәктәптә уҡый. Бәләкәйҙән үҙенә гел маҡсат ҡуйып, шуны үтәргә тырышыусан ҡыҙыҡай ул. Белем усағында «бишле»ләргә генә өлгәшеп, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша икән. Каникул мәлендә лә Сара өләсәһенә һәм Ғилмияза ҡартәсәйенә ихлас ярҙам итә. Иҙән йыуа, төрлө тәмлекәстәр бешереп һыйлай уларҙы. Өлкәндәр ҙә маҡтап бөтә алмай үҙен.

– Быйыл беренсе тапҡыр аҡса эшләргә булдым. Бер көндө өләсәйемдәр һәм Гөлнәзирә туғаным менән сейә йыйырға барҙыҡ. Биҙрәләребеҙҙе тултырҙыҡ, бер ҙә арыманыҡ. Бик күңелле булды. Иртәгеһенә үҙем йыйған сейәне һатып, 3 мең тирәһе аҡса эшләнем. Хәҙер күптән хыялланған әйберемде һатып аласаҡмын, – тип һөйләй шәп ҡыҙыҡай Эвелина. Афарин! Ҡуйған ниәттәрең һәр саҡ шулай тормошҡа ашһын.


Зөһрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Читайте нас: