+16 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең бәләкәй бизнесым"
28 Август 2020, 15:21
Битлек тегергә лә өйрәндем
Ҡышын Ҡытайҙа башланған коронавирус бар донъяны баҫып алды. Һаман да бөтөргә уйламай. Бар ерҙә дистанцион тормош дауам итә. Мәктәптәрҙә уҡыуҙың ни тиклем яҡшы булыуын компьютер аша белем ала башлағас уҡ аңланыҡ. Уҡытыусыларыбыҙ дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп үткәргән икән. Мәктәпте һағындым.
Мин вирусты тиҙерәк еңер өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә булдым. Медицина битлектәре тегергә өйрәндем. Хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Людмила Николаевна Шульга өйрәткән алымдарҙы ҡулланам. Әсәйем матур туҡымалар һатып алып ҡайтты. Шунан ҡыҙыу эш башланды. Тәүҙә һәйбәт килеп сыҡманы. Мин Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында «Зингер» машинаһында күлдәк, салбар, хатта тун теккән Ғәни ҡартатайымды үҙемә үрнәк итеп ҡуйҙым. Тырыша торғас, эшем дә көйләнде. Бик күп битлек тектем. Тәүҙә уларҙы туғандарыма, күршеләргә һәм һатып алырға мөмкинлектәре булмаған кешеләргә бүләк иттем.
Аҙаҡ инде бер ни тиклемен һатып, аҡсаһына күп төрлө ептәр алдым. Вирустың тиҙерәк бөтөүен теләйем. Башҡаса ошондай битлектәр тегеп ултырырға яҙмаһын ине, тип өмөтләнәм.
Ландыш РАМАҘАНОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Бишҡурай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән