-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Роза апайҙың шаурмаһын бик яратҡандар

Ауылдарҙа заманға яраҡлашып, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, ең һыҙғанып эшкә тотоноп, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсе йәштәребеҙ бихисап. Шуларҙың береһе – хозур тәбиғәтле Байназар ауылының уңған, тырыш, һылыу ҡыҙы Роза Урал ҡыҙы Ишбулатова. Бөгөн мин уның менән әңгәмә ҡорҙом әле.

– Роза апай, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле.

– Ғаиләлә икенсе ҡыҙ булып донъяға килгәнмен. Әсәйем рауза сәскәләре яратҡас, миңә лә Роза тип исем ҡушҡан.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа йыш ҡатнаша тор­ғайным. 2015 йылда «Яҙ гүзәле»н­дә Гран-при алһам, 2016 йылда «Йыл уҡыу­сыһы» исеменә лайыҡ булдым. Биология, химия фәндә­ре менән ҡы­ҙыҡһындым. Республика кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, I – II урындар яуланым.

Уҡырға барғандан алып бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Әле лә был шөғөлөмдө ташламайым. Йыл да колледжыбыҙ исеменән ҡарттар йортона барып, төрлө концерттар ҡуйып торабыҙ.

Бала саҡтан табип булырға хыялландым. Был уйымды тормош­ҡа ашырыр өсөн Өфө медици­на колледжына уҡырға индем. Бынан тыш, массаж эшләү ме­нән ҡыҙыҡһынам. 2019 йылда курстар­ға яҙылып, белем дә алдым. Йәйге ялдарымда кешеләргә массаж эшләп, үҙемә уҡырға барырлыҡ аҡса туплап алам.

– Белеүемсә, һеҙҙең һөнәрҙәрегеҙ бик күп. Хатта үҙегеҙҙең бәләкәй бизнесығыҙ ҙа бар. Был турала һөйләп китһәгеҙ ине.

– Яҡын кешеңдең, туғаныңдың, дуҫыңдың тыуған көнө буламы йә булмаһа Яңы йыл, 8 Март кеүек байрамдарға бүләк эҙләй башлаһаң, бик күп ваҡыт китә йә күңелгә ятҡанын табып булмай. Шуға кешеләргә ярҙам итеү, ваҡыттарын бушҡа сарыф иттермәү маҡсатында улар теләгәнсә, йәғни заказ менән бүләктәр әҙерләү идеяһы тыуҙы. «Инстаграм», «Бәйләнештә» селтәрҙәрендә рекламалар эшләп, күп клиенттар таптыҡ.

Ә шаурма эшләп һатыу идеяһы менән ҡышҡылыҡтан алып яндым. Сөнки ауылда булғанда урам­ға йәштәр менән йыйылып сыҡһаҡ, ҡалалағы кеүек тамаҡ ялғау урындары юҡ. Шуға ошондай бизнес ойошторорға булдыҡ. Дуҫым Айтуған менән йәйге каникулды түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ һәм эшебеҙҙе башлап та ебәрҙек. Аллаға шөкөр, халыҡҡа бик оҡшаны, яратып ашанылар, заказдарыбыҙ ҙа бик күп булды.

– Ҡасандыр мәктәп уҡыусыһы булараҡ, бөгөнгө йәштәргә, үҫмер­ҙәргә ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?

– Уҡыусылар тырышып белем алып, төрлө конкурс-сараларҙа әүҙем ҡатнашһындар. Алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешер өсөн бер ниндәй ауырлыҡтарҙан да ҡурҡ­маһындар ине. Әүҙем, тәүәккәл булырға кәрәк.


Бөрйән районы.


Читайте нас: